top of page

Участник конкурса

«Учитель года башкирского языка и литературы - 2021»

Черно-белая стрелка влево

Абдрашитова Файзуна Зиннуровна

 

Должность: учитель начальных классов

Школа: МОБУ СОШ с.Ассы

%25D0%2590%25D0%25B1%25D0%25B4%25D1%2580

ЭССЕ

Мин – уҡытыусы

Уҡытыусы эшен еңел тиҙәр –

Бараһы ла  кире ҡайтаһы ...

Ил түгел дә, бары сабый менән

Эш итәһе,  әллә ауырмы?        

 

Ф. Ғилметдинова.

Ысынлап та, ситтән күҙәтеүселәргә уҡытыусының эше бик еңел, күп көс талап ителмәгән һөнәр булып күренә.Күптәр ошо фекерҙе хуплай ҙа инде.

“Нисек инде ауыр булһын уҡытыусы булыу? Бараһығыҙ ҙа, һөйләйһегеҙ ҙә ҡайтаһығыҙ",- тип таныштар араһында ла ғәжәпләнеүселәр бар. Хатта әсәйем дә,киләсәгемде уҡытыусы  профессияһы менән бәйләгәс: “Эйе, ҡыҙым, бик тә дөрөҫ һайланың профессияны – уҡытыусылар бит йылыла ғына эшләйҙәр, эш сәғәттәре лә 4-5 кенә сәғәт, йәй буйы ял итәләр”,- тип әйткән һүҙҙәре хәтеремдә. Эйе, үҙе иртә таңдан ҡараңғы кискә тиклем арып – талып ауыр эштә эшләгәс, бәлки, әсәйемә  тәүҙә  уҡытыусы эше бик еңел тойолғандыр ҙа инде.Сөнки, үҙе ғүмер буйы икмәкханала эшләп, ауылдаштарын үҙенең тәмле, күпереп бешкән икмәктәре, ҡаластары менән һыйланы.Тик бер тапҡыр ҙа ул үҙенең хеҙмәтен насарламаны. Тик,  артабан мин  яратып һайлаған һөнәрем буйынса хеҙмәт юлымды башлап, нисек  итеп минең  төндәр буйы дәрестәргә әҙерләнеүемде, көн һайын ҡосаҡ- ҡосаҡ дәфтәрҙәр тикшереүемде, дәрестәремде ҡыҙыҡлыраҡ һәм мауыҡтырғысыраҡ үткәреү өсөн төрлө дидактик материалдар әҙерләүемде,эҙләнеүҙәремде, шулай уҡ был үткәргән  дәресем балалар аңына барып етерме тип көйәләнеүҙәремде, программа  материалын ауыр үҙләштергән балалар менән дәрестән һуң ҡалып индивидуаль эштәр алып барыуым,  балалар менән төрлө түңәрәктәр, кисәләр, байрамдар үткәреп өйгә һуң ғына ҡайтыуҙарым, һәр баланың ҡайғы – хәсрәттәрен, борсолоуҙарын, шатлыҡ-ҡыуаныстарын да үҙ йөрәгем аша үткәреп, улар менән бергә борсолоп – шатланыуымды, хатта ял көндәрендә лә төрлө йәмәғәт  эштәренән бушай алмаған саҡтарымды күреп: “Эй, балаҡайым, эшең бигерәк ауыр шул, тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел . Ял итергә лә, үҙ ғаиләңә, балаларыңа ла ваҡытың да ҡалмай, иғтибарың да етмәй бит”,- тип хафаланыр ине.

      Уҡытыусы һөнәренең ни тиклем изге лә, бөйөк тә, абруйлы ла, иң кәрәкле  һәм шул уҡ ваҡытта алыштырһығыҙ ҙа  һөнәр  булыуын Ер йөҙөнә килгән әфәт -   тажлы зәхмәт- кароновирус пандемияһының таралыуы кешелеккә тағы бер тапҡыр иҫбатланы ла инде. Йылдар дауамында бер ҡалыпҡа һалынған мәғариф өлкәһенең эшмәкәрлеге уҡыусыларҙы ла, уҡытыусыларҙы ла, хатта ата-әсәләрҙе лә  йәнһеҙ бер мониторға бәйләп ҡуйҙы.Дистанцион уҡытыу системаһына күсеү белем һәм тәрбиә алыуҙа уҡытыусының әһәмиәтен, бер- берең менән аралашыуҙың ни тиклем кәрәкле булыуын барыһын да  инандырғандыр тип уйлайым. Ләкин уҡытыусылар, алдынғы ҡарашлы, заман менән бергә атлаусы булараҡ, был ҡаршылыҡтарҙы ла юғалтыуһыҙ  еңеп сыға алдылар. Ышанам, был заман һынауы  күптәргә үҙҙәренең донъяға булған  ҡарашын, йәшәү ҡиммәттәрен яңынан барларға һәм үҙгәртергә ярҙам иткәндер.

      Заман ни тиклем генә алға бармаһын, ниндәй генә алдынғы технологиялар уйлап табылмаһын, белем алыуҙың ниндәй генә киң даирәләре  һәм төрлө формалары ҡулланылмаһын укытыусы һөнәре  иң изге, иң ҡәҙерле, иң абруйлы һәм бер нимә менән дә алыштырһығыҙ һөнәр булып ҡала һәм ҡаласаҡ! Сөнки, һәр көн иртән туған мәктәбеңә ашҡынып килеп, һиңә өмөт  һәм ышаныс тулы күҙҙәре менән баҡҡан  уҡыусылар менән күҙмә- күҙ ҡарашып,  йәнле аралашыуҙы бер ниндәй ҙә заманса ҡоролмалар алыштыра алмаясаҡ! Бөтә сер  - күҙҙәрҙә! Уҡыусының күҙҙәренә ҡарап,  уның нимә тойғанын, ниндәй хис- тойғолар кисергәнен, нимә әйтергә теләгәнен, уға ниндәй ярҙам кәрәклеген тойомлап була. Ә был һәләткә үҙ эшенең оҫталары, балаларҙы ысын күңелдән яратҡан, улар өсөн янып –көйгән киң күңелле, оло йөрәкле уҡытыусылар ғына лайыҡтыр.

      Һәр профессия эйәһенең, хатта уҡытыусыларҙың да тәүге уҡытыусылары була. Мин дә башланғыс класс уҡытыусыһы- бик күп уҡыусыларҙың ( улар араһында уҡытыусы һөнәрен һайлаусылар ҙа бар)тәүге уҡытыусыһы!  Тәүге уҡытыусы... Был һүҙҙе мин ғорурлыҡ менән бар ғаләмгә ишетерлек итеп әйтәһем килә! Башланғыс класс уҡытыусыһы - иң ижади, бай фантазиялы шәхес, ысынында алғанда ул-  Тылсым эйәһе булырға тейеш. Мәктәп ишеген ҡурҡып ҡына үрелеп асҡан, тәүге яуып үткән аҡ ҡарҙай саф күңелле балаларҙың яҙмышы  бит беҙҙең ҡулыбыҙҙа! Беҙ, скульптор кеүек, буласаҡ уҡыусы әүәләйбеҙ!

   Эскерһеҙ күҙҙәре менән һиңә өмөтләнеп баҡҡан балаларға һин тәүге уҡытыусы ғына түгел, ә икенсе әсәй ҙә, кәңәшсе лә, серҙәш тә. Абынған саҡтарында – таяныс та, ауыр ваҡыттарҙа- ярҙамсы ла, хәсрәт- шатлыҡтарын уртаҡлашыусы ла. Һин уның менән ҡулға –ҡул тотоноп яңы донъяға аяҡ баҫаһың... Ниндәй булыр был донъя!? Бала йөрәгендә тоҡандыра алырһыңмы өмөт осҡондарын?!  Бер ҡағылыуҙан ыуалырға торған бала күңеленә табырһыңмы асҡыс?! Тәбиғәт биргән һәләттәрен асып, дөрөҫ юҫыҡҡа төшөрә алырһыңмы?!  Ниндәй орлоҡтар һалырһың киләсәккә?Шытып сығырмы ул орлоҡтар?! Ниндәй  үҫентеләр ебәрер был орлоҡтар?! Заман елдәренә бирешмәҫме икән был үҫентәләр?! Ниндәй емеш бирер был үҫентеләр киләсәктә?! Үҙенән һуң   сифатлы орлоҡ ҡалдырырмы?!  Һорауҙар... Һорауҙар.. Был һорауҙар  мине, инде 3 тиҫтәнән ашыу хеҙмәт юлы үтеүемә ҡарамаҫтан, һаман да борсойҙар әле.  Сөнки, тап башланғыс кластарҙа бит уҡыусыларҙа белем алыу нигеҙе формалаша. Һәм был нигеҙҙең ныҡлы булыуы тәүге уҡытыусының үҙ эшенә яуаплы ҡарауынан, һәр баланың яҙмышына битараф булмауынан тора ла инде.Мин үҙемдең эшемде хирург эше менән тиңләр инем. Әгәр ҡайҙалыр хата ебәрһәк, был хатаны төҙәтеүе  бик  тә ауыр буласаҡ!  Төҙәтеп булыуы ла хатта  бик икеле...

      Ә ҡайҙан алырға һуң  ошо эштәрҙе атҡарып сығарыр көстө, оҫталыҡты?Был һорауға яуапты педагогия теоретигы С.Л.Соловейчик һүҙҙәренән табырға мөмкин: “Уҡытыусы - оҫта артист, ләкин уға ҡул сапмайҙар, ул оҫта скульптор,ләкин уны күрмәйҙәр, ул оҫта табип та, ләкин уға пациенттар бик һирәк кенә рәхмәт әйтә,ә ҡайһы берҙәре хатта дауаланырға ла теләмәй. Ә рухланыу өсөн ҡайҙан көс табырға һуң? Бары тик үҙеңдән, үҙеңдең хеҙмәтеңдең бөйөклөгөнән!” Тап шулай. Шул бәләкәй генә ҡыҙ – малайҙарға ҡарап, уларҙың бөтмәҫ- төкәнмәҫ “Ә ниңә? Ни өсөн? Ҡайҙа?”һәм башҡа бик күп  һорауҙарына яуап эҙләй-эҙләй, улар менән бергә үҫәһең, тәжрибә туплайһың.

       Һәр 4 йыл һайын, ҡоштар кеүек баларыңды осорға өйрәтәһең дә,  ваҡыты еткәс, уларҙы киләсәк киңлектәренә осороп ебәрәһең.  Уйланаһың...  Борсолаһың....Нисек әле унда минең ҡошсоҡтарым? Ҡыйырһытмайҙармы? Үҙе бейек, үҙе текә Белем тауына нисек күтәреләләр? Ярҙамға мохтаж түгелдәрме икән?!   Һин һаман да улар өсөн борсолаһың әле...

       Һәм тағы ла һинең алдыңда, киләсәккә талпыныр өсөн, бер төркөм ҡошсоҡтар...Уларҙың эскерһеҙ күҙҙәре, саф күңелдәре бар арыуыңды һыпырып ташлай ҙа һине тағы ла  шуҡ баласаҡ иленә илтә...Ошо илгәҙәк ҡошсоҡтар  менән инде нисәнсе тапҡыр тағы ла  Белем иленә осаһың...Ләкин һәр бер осоу ул-  ҡабатланмаҫ!   Яңы асыштар... Яңы үрҙәр...  Яңы хис- тойғолар...

      Эйе, уҡытыусыны – үҙе янып, башҡаларға яҡтылыҡ һибеүсе шәм тип әйтергә була. Шәм һәр ваҡыт яҡтылыҡ биреп торһон өсөн, мотлаҡ талаптарҙың береһе – үҙ өҫтөңдә эшләү, өҙлөкһөҙ белем алыу, тормоштан һәр саҡ бер аҙымға  алдан атлау, төрлө йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашыу. Нисек кенә булмаһын, был һөнәрҙе һайлаған икәнһең һәм әле уҡытыусы тигән бөйөк исемде йөрөтәһең икән, ысынлап та тырышлыҡ һәм ныҡышмалылыҡ кәрәк!

   Кеше  эшләгән эше менән матур, тиҙәр. Беҙҙең эшебеҙ һөҙөмтәһе – һәр баланың бөгөнгө ҡатмарлы осорҙа үҙ юлын табыуы. Улар белемле, шәфҡәтле, миһырбанлы икән, тимәк, хеҙмәтебеҙ  бушҡа китмәгән. Киләсәк балалар ҡулында! Ә уларҙың белеме, тәрбиәһе беҙҙең ҡулдарҙа!

   Үҙемдең 30 йыл эшләгән арауыҡта өлгө итеп алырлыҡ күп кенә уҡыусыларым бар.Улар үҙ урындарын табып, йәмғиәткә кәрәкле шәхес булып, ҡыуандырып йәшәп яталар.Ошо уҡытыусы өсөн иң ҙур ҡыуаныс түгелме ни?! Тимәк, уҡыусы күңеленә һалынған орлоҡ ышаныслы, тос, заман һынауҙарына  бирешмәй мул емештәре менән Тыуған илемде биҙәп торалар.

Хеҙмәтем бушҡа китмәгән! Сөнки, һайлаған профессиям – минең яҙмышым! Ул минең тормошом һәм яҡты киләсәгем! Әгәр тағы ла яҙмыш миңә профессия һайларға мөмкинселек бирһә. Мин һис шикһеҙ ошо уҡ профессияны һайлар инем. Үҙемдең фәлсәфәмде уҡытыусы Ф.Ғилметдинова яҙған шиғри юлдар менән тамамлайһым килә:     

                                             Йөрәккәйем ярып бирәһе бар

                                            Ҡаршымдағы малай – ҡыҙҙарға.

                                            Йән йылыһын телем- телем итеп

                                             Күңелдәргә бар бит һалаһы,

                                             Йәшәүеңдең оло мәғәнәһелер

                                             Ошо барып ҡайтыу араһы!..

                                              Маңлайҙарға күпме һырҙар һала

                                              Ошо барып ҡайтыу араһы...

                                              Барып, ҡайтып ҡына йөрөр булһаң,

                                              Был һөнәрҙе, зинһар, һайлама!

bottom of page