top of page
Черно-белая стрелка влево

Участник конкурса

«Учитель года башкирского языка и литературы - 2021»

Ахмедьянова Физалия Ильгизовна

 

Должность: учитель начальных классов

Школа: МОБУ СОШ с.Абзаково

%25D0%2590%25D1%2585%25D0%25BC%25D0%25B5

ЭССЕ

 

Мин – уҡытыусы

                          

Уҡытыусы!

Ниндәй гүзәл исем!

Кеше итеп һине әҙерләй.

Тормоштоң ул көрәшсеһе итә,

Ҡурсалай, һөйә, ҡәҙерләй.

 

Уҡытыусы!

Ниндәй бөйөк исем!

Кешелеккә белем биреүсе.

Һәр көн һайын беҙҙең йөрәктәргә

Изгелек нурҙарын сәсеүсе.

 

Рәми Ғарипов.

Ысынлап та, уҡытыусы – иң кәрәкле һөнәр эйәһе, аң-белемгә өйрәтеүсе генә түгел, ҡараңғы төндәрҙе яҡтыртып, йылылыҡ өләшеүсе лә ул. Мин  бала саҡтан уҡытыусы булырға хыялландым. Яратҡан уҡытыусыларым, Булатова Сара Сафарғәли ҡыҙы һәм Ғайсина  Рәшиҙә Сәйәр ҡыҙы, бәләкәй йөрәгемдә ҙур эҙ ҡалдырҙылар, үҙҙәренең өлгөһө менән һөнәрҙәренә оло һөйөү тыуҙырҙылар. Тап ошо уҡытыусыларым миңә тормошта юғалып ҡалмаҫҡа, яҡшыға ынтылып, алға барырға, һәр ваҡыт кеше булып ҡалырға өйрәттеләр, ихтыяр көсөн үҫтерҙеләр, тырыш булырға күндерҙеләр. Үткәргән дәрестәре, саралары, кисәләре яҡшы хәтирәләр булып хәтерҙә һаҡлана.

Шуға ла ғүмерлек маҡсатым  балаларға белем, тәрбиә биреп, уларҙың күңеленә үтеп инеп, үҙемдең йөрәгемде бүлеп биреү, тормошта үҙ урындарын табырға ярҙам итеү теләге миндә лә тоҡанды.

Уҡытыусылар тыуҙырыусы белем усағы – Белорет педагогия колледжына юл тоттом. 5 йыл һөнәр серҙәренә өйрәндем, һәр яҡлап ысын уҡытыусы һөнәренә нигеҙ алдым. 2007 йылда ошо уҡыу йортон тамамлап, үҙемдең тыуған ауылымда, Әбйәлил районының Аһылай мәктәбендә, башланғыс кластар уҡытыусыһы булып педагогик эш юлымды башланым. Тыуған мәктәбемә 10 йыл ғүмеремде бағышланым: бәләкәстәрҙе яҙырға, уҡырға, һанарға өйрәтһәм, юғары класс уҡыусыларына башҡорт теле серҙәрен, әҙәбиәт тәғлимәттәрен төшөндөрҙөм.

2017 йылда яҙмыш Абҙаҡ урта мәктәбенә килтерҙе: башланғыс кластар уҡытыусыһы вазифаһында эшкә урынлаштым. Ошо мәктәптә  4-се йыл белем бирәм.

Уҡытыусы булып эшләй башлауыма 13 йылдан артыҡ ваҡыт үтеп киткән икән. Аллаға шөкөр, баласаҡ хыялым тормошҡа ашты. Мин - Уҡытыусы!

         Уҡытыусы булыу – бар булмышым икәнлеген мәктәптә эшләү дәүерендә аңланым. Мәктәпкә эшкә килеү яңынан-яңы үрҙәргә ынтылыу менән бер. Мәктәп – ул минең ғүмеремдең мөһим бер өлөшө, мөғжизәгә бай тормошом. Уҡыусыларым да көндән-көн үҙҙәренең һәләттәре, тырышлыҡтары менән  күңелемде яулайҙар. Класта һәр балаға иғтибарымды бүлергә, төрлө алымдар ҡулланып, ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс итеп уҙғарырға тырышам.  Уларға уңыштарын әйтеп, яҡшы яҡтарын күрһәтеп, маҡтап, күтәрмәләп торам. Ҡулдағы бармаҡтар тигеҙ булмаған кеүек, уҡыусылар ҙа төрлө-төрлө, уларҙың һәләттәре, мөмкинлектәре бер-береһенән айырылып тора. Минең төп бурысым – һәр уҡыусының бәләкәй генә уңыштарын да күрә белеү, ниәттәрен тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итеү. Уҡытыусы булараҡ, был минең өсөн бик мөһим!

Л.Н.Толстой: «Яҡшы уҡытыусы ғүмере буйына педагогик аҡылға үҙенең уҡыусылары менән өйрәнә», - тигән. Был фекер менән мин дә килешәм. Уҡытыусының бар булмышы уҡыусыларына төплө белем биреп ҡалыуҙа ғына түгел, ә күңелдәренең нескә ҡылдарына сиртеп, ысын дуҫҡа, серҙәшкә, таянысҡа әйләнеү ҙә. Ғүмере буйы туплаған тәжрибәһен, педагогик аҡылын балалар менән көндәлек аралашыуҙа, бәхәстә булдыра.

Беҙҙең һөнәр бер урында тапаныуҙы өнәмәй. Эйе, уҡытыусы һәр ваҡыт үҙ өҫтөндә эшләргә, белемен камиллаштырырға, үҙенең эше менән янып-көйөп йәшәргә тейеш. Уҡыусылар алдында үҙ дәрәжәңде юғалтмаҫҡа теләһәң, уларҙа үҙеңә, предметыңа ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятып, заманса эшләп, заманса йәшәргә тейешбеҙ.

Минең өсөн һәр бер үткәргән дәрес – ҙур асыш, һәр бер дәресте ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс итеп үткәреү – төп маҡсатым.

Бөгөнгө көндә үҙемде бәхетле тоям. Сөнки мин  барлыҡ кешелек өсөн кәрәкле һөнәремдән йәм, тәм табам, һәр уҡыусымдың бәләкәй генә уңыштарына һөйөнәм, эшемдән тулы ҡәнәғәтлек алам.

bottom of page