top of page

Участник конкурса

«Учитель года башкирского языка и литературы - 2021»

Черно-белая стрелка влево

Гарипова Шаура Исрафиловна

 

Должность: учитель начальных классов

Школа: МОБУ СОШ с.Ассы

skan_20210120_2_edited_edited.png

ЭССЕ

Мин – уҡытыусы

 Уҡытыусы!

 Ошо исемдән дә

 Артығыраҡ ниндәй исем бар?!

 Күңелем тулы һиңә рәхмәтем бар,

 Йыр ҙа әйтеп бөтмәҫ хисем бар.

       Мәктәпте тамамлап, үҙ аллы тормош юлына аяҡ баҫҡан һәр кем уҡытыусыһын оҙаҡ хәтерендә һаҡлай. Сөнки уҡытыусы – уның яҡын серҙәше лә, ауыр саҡта ярҙам ҡулы һуҙыусы иптәше лә,кәрәк саҡта йомшаҡ һүҙе менән башыңдан һыйпап йыуатыусы ла, донъя серҙәрен аңлатып, тормошҡа үҙ ҡарашы булған ысын кеше тәрбиәләүсе лә ул уҡытыусы!

   Уҡытыусы!  Ул – бөтә кешеләрҙең дә күңел түрендә серле юл һымаҡ һаҡланған иң яҡын  кеше.

    Уҡытыусы! Һәр бер бала күңеленә тәүге тормош дәрестәрен яҙа, унан ғилем ала ябай эшсе, ғалим, хатта президент үҙе лә.

     Ә бөгөн, мин, үҙем уҡытыусы!

Уҡытыусымын!  Һөйөнөп эшкә барам, байрам кеүек минең һәр бер көнөм.

Уҡытыусымын! Сәскән орлоҡтарым аҡыл емешенә әйләнгән. Сөнки илем, халҡымдың киләсәге минең хеҙмәтемә бәйләнгән.

Уҡытыусымын! Бала күңелендә тыуған иленә, еренә, үҙ теленә һөйөү уятам, тәрбиәләйем.

      Үҙемдең бала сағымды иҫкә төшөрәм...

Һәр кешенең был донъяла үҙенә генә тәғәйенләп һалынған юлы бар, тиҙәр. Мин дә ошо үҙемдең юлымдан тәпәй баҫҡас та киткәнмендер тип уйлайым. Уҡытыусылыҡ һөнәренә һөйөү миндә бала саҡтан уҡ тәрбиәләнгәндер, моғайын. Үҙем дә һиҙмәҫтән уҡытыусы апай булып киткәнмен. Сөнки, ғаиләлә иң оло бала булараҡ, артымдан үҫеп килгән туғандарымды ҡарау миңә йөкмәтелгән. Иртә таңдан атайым, уның артынан инәйем бер-бер артлы эшкә китерҙәр ине. Иҫемдә, инәйем миңә дәфтәр, ябай (төҫлө лә түгел) ҡәләмдәр биреп ҡалдырыр ине, туғандарымдың тамағын туйҙырып, йорт эштәрен бөтөргәс, өҫтәл тирәләй ултыртып ҡуйыр ҙа инем туғандарымдың  һәр береһенә эш ҡушам. Кемеһе һүрәт төшөрһөнмө, кемеһе иҫке китап йәки гәзит битенә хәрефтәрҙе ҡабатлап яҙһынмы...Ошолар барыһы ла  күңелемдә юйылмаҫ хистәр, яҡты миҙгелдәр менән тулы хәтирәләр булып ҡалған.

      Мин уҡытыусыларымдан уңдым. Юлымда тик изге күңелле,эштәренә мөкиббән киткән уҡытыусылар ғына осраны, күңелемде, хәтеремде ҡалдырырҙай һүҙ әйткән бер генә уҡытыусыны ла иҫләмәйем. Әле лә мәктәп йылдарын, бигерәк  тә тәүге уҡытыусымды  һағынып иҫкә алам.  Уның дәрестәрен көтөп алам, һәр һүҙен, хәрәкәтен отоп алырға тырышып, ихлас тыңлай инем. Ә һуңынан өлкән кластарға күскәс минең өсөн өлгө булып торҙо башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы   торҙо. Бар күңелен һалып беҙгә тел серҙәрен төшөндөрөр ине.  Тасуири итеп шиғыр, хикәйәләр уҡыһынмы- йотлоғоп тыңлар инем. Бер ваҡытта ла уҡыусыларына тауыш күтәргәнен  хәтерләмәйем. Һиңә бер тултырып ҡына ҡарауы етә, хатта шуҡ малайҙар ҙа шып – шым булып ҡалыр ине.  Иң бәхетле мәлдәрем Белорет педагогик училищеһында белем алыуым. Башҡорт теле уҡытыусыһы  Вәлеева Хәтимә Хәжи ҡыҙының дәрес  биреүҙәре үҙе генә  ни тора!  Уларҙың сабыр, иғтибарлы, яғымлы, ярҙамсыл, асыҡ йөҙлө,изге кешеләрҙең уҡытыусылар икәнен күреп аңлап  үҫтем.Уҡытыусы һөнәренә булған  һөйөүем, ҡыҙыҡһыныуым йылдан йыл арта  һәм үҫә генә барған. Шуға ла мине һуңынан белемгә ынтылышым, ошо һөнәргә ихтирамым  Башҡорт дәүләт педагогия институтына алып килде. Үҙем уҡытыусы булғас ҡына аңланым: минең юлымда гел матур күңелле, яҡты уйлы кешеләр осрап торған. Шуға ла уҡытыусы булыу теләгем көслө булған, уларға оҡшарға ынтылғанмын. Уҡытыусы һөнәре – донъяляғы иң изге, мәрхәмәтле һөнәрҙәрҙең береһе һәм минең  ҡулымда кеше киләсәге,яҙмышы буласағын аңланым. Бына өс тиҫтә йылға  яҡын яратҡан эшемә ашығам, эшемдә ниндәй генә ауырлыҡтар осраһа ла бирешмәҫкә тырышам. Мин бит уҡытыусы тип йыуанам.         

      Уҡытыусы булыу яуаплы һөнәр,сөнки баланың киләсәге өсөн яуап бирә,уның шәхес булып формалашыуында ҙур роль уйнай. Балаларҙы тормошҡа өйрәтеү, милли рух тәрбиәләү, теленә, иленә ҡарата ихтирам, һөйөү тәрбиәләү - барыһы ла уҡытыусы ҡулында. Һәм мин бының барыһын да үҙемдең эш һөҙөмтәһендә күрәм. Һәләтле уҡыусыларым бар. Улар район, республика кимәлендә үткәрелгән һәр бер эштә тиерлек ҡатнашып, конкурс - олимпиадаларҙа  яҡшы һөҙөмтәләргә ирешеп  үҙҙәрен күрһәтеп киләләр. Минең юлымдан китеп уҡытыусы һөнәрен һайлаусылар ҙа бар. Уҡыусыларым үҫеп, үҙҙәре атай – әсәй булып бөтһәләр ҙә балаларса килеп кәңәш һорайҙар, хәл һорашалар һәм үҙҙәренең хәлдәрен һөйләргә лә онотмайҙар.

    Бөгөнгө көндә мин үҙемде бик бәхетле тоям: сөнки яратып күңел һалып башҡарған эшем, мине яратҡан уҡыусыларым, ярҙамсыл хеҙмәттәштәрем, мине аңлаған,хөрмәт иткән ата – әсәләрем булыуы – үҙе ҙур бәхет түгелме?! Тимәк, мин уҡытыусы һөнәрен һайлап бер ҙә яңылышмағанмын тип уйлайым.

     Уҡытыусы... Үҙемдең ошо һөнәрҙе һайлауым һәм тоғро ҡалыуым менән ғорурланам. Күренекле педагог Я.А.Коменский “наша профессия самая лучшая, как никакая  другая под солнцем” тигән.  Үҙеңде күптәр өсөн кәрәкле тип һанау, кешеләргә кәрәклегеңде тойоу – үҙе бер бәхет тип һанайым.  Ә инде В.О.Ключевскийҙың “ Үҙегеҙ  уҡытҡан предметты  һәм уҡыусыларығыҙҙы  яратығыҙ” – тигән һүҙҙәре минең өсөн  девиз булып тора.  Б өгөнгө көндә  уҡытыусы тигән исемде  йөрөтөүем менән мин сикһеҙ бәхетлемен!

      Һәр уҡыусың  белемле,үҙ фекере, юғары маҡсатлы шәхес булып үҫһен тиһәң, һәр балала айырым шәхесте күрә белергә, балаға үҙ көсөнә  ышаныс тәрбиәләргә кәрәк,  белем биреүҙә традицион булмаған юлдар эҙләү генә түгел, ә баланы ярата белеү һәм үҙеңде лә яраттыра белеү кәрәк тип уйлайым. Бала һинең “һалҡын” ҡарашыңды тойоп ҡалһа, ул да һинең предметыңа шундай уҡ ҡараш менән ҡараясаҡ. Һәм һинең әйткән һүҙҙәрең юҡҡа ғына буласаҡ. Мин уҡытыусы  булараҡ  бөтә  көсөмдө биреп  илемде, телемде  ҡәҙерләргә,  уның матурлығын тойоп үҫергә, ерҙе, тормошто  аңларға, яратырға  өйрәтәм, бар яҡшылыҡты һеңдерергә  тырышам.  Ш уға ла  һәр уҡыусыма айырым яҡын килеп, уға шәхес итеп ҡарайым.

     Уҡытыусы!  Ошо изге һөнәрҙе һайлауыма бер ваҡытта ла үкемәйем, киреһенсә яратҡан эшем  ҡаҙаныштар ҡуя.

     Йылдар үтеп, күберәк тәжрибә туплаған һайын, уҡытыусы  һөнәренең ҡөҙрәтле көсөнә ышанам.  Ш уға  күрә һәр көн иртән, ҡояштай балҡып, мәктәбемә, уҡыусыларым янына ашығам.  Үҙемде  башҡа һөнәр кешеһе итеп күҙ алдына ла килтерә алмайым.     Уҡытыусы – минең  булмышым!  Уҡытыусы – йәшәү  мәғәнәһе, ғүмер итеү  рәүешем!

bottom of page