top of page

Участник конкурса

«Учитель года башкирского языка и литературы - 2021»

Черно-белая стрелка влево

Мустакимова Альмира Мухаматовна

 

Должность: учитель начальных классов

Школа: МОБУ СОШ №2 с.Инзер

%25D0%259C%25D1%2583%25D1%2581%25D1%2582

ЭССЕ

Мин – уҡытыусы

 Ғилем – ғилем өсөндөр,

 Ғилем – үҙең  өсөндөр.

 Һин үҙеңде белмәһәң,

 Уҡыу нимә өсөндөр?!

Яңы уҡыу йылы башланды. Мәктәптәргә һәм бик күп уҡыу йорттарына йән инде – йәм инде. Кластар – балалар, аудиториялар – студенттар менән тулды. Дәрестәр, фәндәр, лекциялар…Яңы асыштар, яңы мәғлүмәттәр. Барыһы ла һеҙҙең ғилемегеҙҙе арттыра, яңы асыштарға нигеҙ һала.

Эйе, һис шикһеҙ,тура мәғәнәһендә, бөгөнгө алған белем баланы яңы үрҙәргә юлыҡтырасаҡ. Ниндәй генә эшкә тотонһа ла – белем кәрәк. Ә белемдең нигеҙе – уҡыуҙа, тырышлыҡта.

 Бөгөнгө тормошобоҙ ҡатмарлы.Ҡыйынлыҡтар, етешһеҙлектәр, ғәҙелһеҙлектәр ҙә юҡ түгел.Уларҙы еңер өсөн ғилем эйәһе булыу кәрәк.Әгәр ҙә тормош кәмселектәренә баш эйеп, уҡыуға иғтибарҙы һүлпәнәйтһә, балаларҙан кемдәр сығыр?

Ә беҙҙең халҡыбыҙ ниндәй ауырлыҡтар килһә лә, ғилемгә өндәгән. Белемле кешене генә ихтирамға лайыҡлы тип иҫәпләгән. Мәшһүр шағир Аҡмулланың ҡыҫҡа ғына, ләкин  ғәжәп тос мәғәнәле һүҙҙәрен иҫтән сығармаһаҡ ине: «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!»  Ниндәй ҡиммәтле һүҙҙәр!

Үҙ илеңдең таянысы, халҡыңдың таянысы булыу фәҡәт белем аша ғына тормошҡа ашыуы мөмкин. Ысынлап та, бөгөнгө көндә, электроника, кибернетика, космология кеүек фәндәр тормошобоҙҙоң үҙәгенә әйләнгән осорҙа, белемең булмаһа, ни ҡылмаҡ кәрәк?!

Шулай ҙа йыш ҡына үҙемдең мәктәп йылдарымды, уҡытыусыларымды

һағынып иҫкә алам.

    Мин үҙемдең 36 йыл мәктәптә эшләү осоронда үҙемдең эшемә байҡау яһайым,тик башланғыс кластарҙа ғына! Кескәҙәрҙең шат ,йә мөйөштә мышнап торған балалар менән эшләргә мине, уларҙы яратырға кем этәрҙе икән!  Мин яйлап ҡына хәтер серҙәремде барлайым...Күҙ алдыма ике туған апайым киле баҫа... Ул Нәфисә Әйүп ҡыҙы Йосопова- Асылгужина, уҡытыусы-методист,Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы,уҡытыусы-пенсионер Шығай ауылында йәшәй.Йәш кенә ,матур ғына булып тыуған ауылы Ноҡатҡа башланғыс кластар уҡытыусыһы булып килде лә, минең тиҫтерҙәремде 1-се класҡа уҡырға алды.Мине бәләкәйһең тип класҡа индермәне... Мин, ҡайтмай, мәктәп тирәләп уның һәлмәк кенә баҫып, һәр балаға яғымлы ғына өндәшеп дәрес биргәне күҙәтәм. Һунынан,өйгә ҡайтып туғандарымды өҫтәл артына ултырттым ,  тап уға оҡшатырға тырышып йә башҡорса, йә вата-емерә русса һөйләп дәрес бирҙем,арып-илаһалар орошмай ғына шелтәләп алам. Дәресемдең барышын тыңлаусылар ата-әсәйем,улар баһа биреүселәр. Ата-әсәйемдәрҙең уҡығыҙ, кеше булырһығыҙ тигән яҡынлы һүҙҙәре ғаиләбеҙ ҙә өсөбөҙгә юғары белемле уҡытыусы һөнәрен һайлауға этәргес булды. Яратҡан һөнәремдә 30 йыл тыуған мәктәбемдә эшләнем, бәләкәй генә аҙ комплектлы мәктәптә ике-өс класс менән эшләп күпме балаларға   белем орлоғо сәселде икән? Ғаилә, мал-тыуар,балалар, арып-талып ҡайтыуҙар,йәмәғәт  эштәре  күпме көс талап итте икән?  Уныштар, уңышһыҙлыҡтар... Әммә бер ваҡыт та ла зарланғанымды иҫләмәйем, Эшендә һине аңлап, ярһам итеп тороусы яҡындарын булыу үҙе бер бәхет бит ул! Мин ошо яҡтан бәхетлемен, ҙур рәхмәтлемен ата-әсәмә, тормош иптәшемә.  Бәләкәй ауыл мәктәбен тамамлап күпме уҡыусым юғары белем алды  ,күбеһе юғары белемле уҡытыусылар.Шулар араһында өс юғары белемле белгестәр-минең баларым, береһе минең юлымды дауам итеүсе –башланғыс класс уҡытыусыһы.!

Замана шауҡымы,үҙгәртеп ҡороуҙар минең мәктәпте  лә урап үтмәне... Мине ҙур мәктәпкә,сит коллективҡа алып килде.Ғүмер буйы емеш йыйған мәктәбемде, етемһерәп ҡалған  ауылымды һағынып йөрәгем өшөнө,ошо ауыр ваҡытта минең хәлемде аңлап ярҙам ҡулы һуҙған коллегаларым-остаздарым Фәйрүзә Хәбитдиновна, Ишбикә Байғилдеевналарға ҙур рәхмәтлемен. Сығарған уҡыусыларымдың байрам менән ҡотлап,хәл белешеүҙәре лә эшемә ҡанат, дәрт бирә бит ул!  Шау—шыулы,зыңлап торған ҡыңғырау тауышын ишетеүемә лә  етенсе йыл булып киткән...  Мин  бәхетле ошо ҙур коллектив та урынымды тапҡанға, рәхмәтлемен тыуған коллективыма. Рәхмәтлемен башланғыс класс уҡытыусыһы булыуыма. Һайланған һөнәремдең матурлығын  ошо шиғыр юлдары менән тамамлағым килә:

Йөрәгемде балаларға бирәм,

Бар күнелем биреп уҡытам.

Ғүмер буйы ошо изге эште

Башҡарам мин оло шатлыҡтан.

Иң алдынғы уҡытыусы булыу---

Әйҙәп торҙо алға, алышҡа,

Бала саҡта тыуған хыялдарым,

Ашты инде бары тормошҡа.

Ҙур өмөттәр байҡай йөрәгемде,

 Күргән һайын балалар йөҙөн,

Асыштарға барам көнө-төнө,

Өр-яңынан тыуам һәр  көҙөн.

Оло бәхет татым мин эшемдән

 Ҙур булмаған ауыл ерендә.

Ситкә бәхет эҙләп китмәгәнгә

Үкенмәйем әле бөгөн дә.

Уралымдың гүзәл тәбиғәте

 Әсир итте мине үҙенә.

Һүнмәҫ  һөйөү  дәрте уятамын

 Уҡыусымда   туған теленә

 

Мөстаҡимова Әлмира Мөхәмәт ҡыҙы.

Инйәр 2-се һанлы урта мәктәбе.

bottom of page