top of page

Участник конкурса

«Учитель года башкирского языка и литературы - 2021»

Черно-белая стрелка влево

Шагалиева Сания Бахтияровна

 

Должность: учитель башкирского языка и литературы

Школа: МОБУ СОШ № 13 г.Белорецк

%25D0%25A8%25D0%25B0%25D0%25B3%25D0%25B0

ЭССЕ

Мин – уҡытыусы

Йөрәгемде балаларға бирәм...

(Сухомлинский)

      Урамда ҡыш... Бөтә ер ап-аҡ. Аҡ ҡар өҫтөнә балалар һүрәт яһай. Ап-аҡ ҡар...

     Бөгөнгө көн ваҡиғаларын тағы бер тапҡыр күңелдән кисереп, күҙ алдынан үткәреп, алдағы көндәргә пландар ҡороп, үҙ уйҙарыма бирелеп,  таныш юлдан өйгә ҡарай атлайым. Ә уйҙарым алыҫтарға юл ала.

     Мин – уҡытыусы. Был донъяла кеше ниндәй генә бейеклектәргә ирешһә лә, уңыштары башында уҡытыусы тора. Уҡытыусы – йәмғиәттә иң ҙур хөрмәткә лайыҡ кеше! Уҡытыусы – сабый балаға хәреф өйрәтеүсе лә, үҫеп етеп аяҡ баҫҡан да юғалып ҡалмаҫ өсөн юл күрһәтеүсе лә. Уҡытыусы һөнәрен һайлау – үҙеңә талапсан булыу, көндәлек үҙ өҫтәңдә эшләү, эҙәләнеү тигән һүҙ.  Ҡайһы ваҡыт күңелемә шундай уйҙар килә: ”Ә ниңә мин уҡытыусы һөнәрен һайланым һуң? Һайлап яңылышманыммы?” Уҡытыусы һөнәрен бала саҡтан үҙ иттем. Мине уҡытҡан уҡытыусылар үҙ эшен ысын күңелдән яратҡан, маҡсатына ирешеүсән,  талантлы кешеләр ине. Ғаиләлә оло ағайым – тарих уҡытыусыһы, ә оло апайым – тәрбиәсе булып эшләй ине. Шуғалыр инде уҡытыусы һөнәре миңә бик яҡын.

        Әлбиттә, мәктәптә эшләү – еңелдән түгел. Мәктәп бит ғәжәп ил. Бер көн дә икенсеһенә оҡшамаған. Һәр дәрес – ниндәйҙер яңылыҡты эҙләү, иҫбалау. Һәр уҡыусы – киләсәк төҙөүсеһе. Шулай булғас, беҙ - уҡытыусылар киләсәк өсөн яуаплыбыҙ.

         Бөтә ергә аҡ ҡағыҙ япҡандар. Бала күңелен дә ап-ак ҡағыҙ битенә тиңләйҙәр. Беҙгә шул саф күңелгә матурлыҡ, игелеклелек, шәфҡәтлек орлоҡтарын нисек күберәк сәсергә? Әҙәби китаптарҙы яратып уҡырға, нисек китап менән дуҫлаштырырға? Ошо һорауҙарға яуап табырға тырышам, шундай уйҙар менән борсолоп йәшәйем.

       Минең башҡорт теле уҡытыусыһы булыуым миңә икеләтә талаптар ҡуя. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәре  уҡыусыларға ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс булһын өсөн, төрлө йүнәлештә эш алып, яңы технологялар ҡулланып эш итәм. Маҡсатым - балаларға заманса дәрес биреү генә түгел, уларҙа туған телгә телебеҙгә һөйөү, әхлак нормалары тәрбиәләү, киләсәгебеҙҙең лайыҡлы шәхестәре булырға ынтылыш уятыу. Һәр баланың шәхси һәләттәрен үҫтереп ҙур тормошҡа әҙерләү бурыстарын да күҙ уңынан ысҡындырмайым. Һәр бала - талантлы шәхес, тик уны ваҡытында күреп үҫтерергә, киңәйтергә кәрәк.    

      Эштән һуң шулай, уҙған ғүмер саҡрымдарын бралай-барлай, өйгә ҡайтам. Урамда осраған ата-әсәләр ҙә, мәктәптән ҡайтып уйнарға сыҡҡан уҡыусылар ҙа сәләм биреп уҙа. Ҡайһы берҙәре туҡтап һүҙ ҡуша... Мин яуап бирәм юлымды дауам итәм итәм. Ә башымда мең төрлө уй....

      Аяк аҫтында ҡар шығырлай: шығыр-шығыр... Был шығырлау башҡарылған эштәремде хәтерләтә, әле  башҡарылысаҡтарының күп булыуын иҫкәртә кеүек. Ап-аҡ ҡар өҫтөнән атлау нисек күңелле! Уҡытыусы ғүмере буйын ана шул аҡ ҡағыҙға эҙ һала бит. Беҙ  - уҡыусыларҙың аҡ  күңеленә тәрән юлдар һыҙыусылар.

   ... Күҙ алдыма уҡыусыларымдың янып торған күҙҙәре, төрлө  ҡыҙыҡлы яуаптары, шуҡлыҡтары килеп баҫа. Балаларҙың уңыштары, ҡыуаныстары иҫкә төшә.  Мин эстән генә йылмаям да, үҙемдең дөрөҫ юл һайлағаныма ышанам. Уҡыусыларым менән ғорурланып, үҙемә бөтмәҫлек көс алып йәшәйем.

bottom of page